Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Бала саҡ – нурлы саҡ

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан, Исламбай ауыл китапханаһы, мәктәп менән берлектә балалар һабантуйы үткәрҙе. Был көндө мәктәп алды балаларҙың күңелле тауыштырына күмелде. Шау-гөр килеп, көлөшә-көлөшә тоҡ кейеп тә йүгерҙеләр, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып та етеҙлектә ярыштылар, көршәк ватырға теләүселәр ҙә табылды, тиҙәйткестәр әйттеләр, икенселәре тал ағасын ат итеп сапты һәм башҡа төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнанылар. Уҡтан атыу ҙа һабантуйға күркәмлек өҫтәне. Ысын йәйә менән уҡ тотоп ҡарар өсөн генә лә балалар оҙон сиратҡа баҫты.
Бәйгеселәрҙең һәр береһе лә бүләкле булды. Күңелле һәм дәртле йыр-моң, музыка аҫтында балалар фдешмобта бейеп алдылар. Байрамдан һәр кем дәрт алып, шатланып таралышты.
Балалар һабантуйы йыл һайын уҙып торһон, илдәр тыныс, күк йөҙө аяҙ, балалар бәхетле булып үҫһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.

+1