Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Бәхетле бала саҡ илендә

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан Яуымбай ауыл китапханаһы, мәҙәниәт йорто менән берлектә, балалар өсөн “Балалар байрамы” үткәрҙе. Был байрамда балалар әкиәт геройҙары менән осрашты. Мәскәй әбей әҙерләгән төрлө уйындарҙа ҡатнаштылар, Буратино ҡуйған һәр эште лә еренә еткереп үтәп ҡуйҙылар. Бал ҡорто Мая менән дә сәйәхәткә сыҡтылар. Үгәй ҡыҙ Гөлбикә ошо әкиәттәге персонаждарға ҡылыҡһырлама биреүҙе һораны, әкиәтте һөйләп күрһәтеүҙе үтенде. Шулай уҡ был әкиәтте яҡшы белеүселәрҙе бүләкләп тә китте. Сара һуңында балаларҙы эшҡыуар Газина Гөлкәй Рәсүл ҡыҙы татлы вата менән һыйланы.

Афарин, балалар! Әкиәттәрҙе, йомаҡ-табышмаҡтарҙы бик күп беләһегеҙ! Халыҡ ижадына битараф түгел икәнһегеҙ! Ил йортобоҙ имен, күгебеҙ аяҙ булһын! Балаларҙың шат тауыштары донъя иңләһен!

 

+1