Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

«Кәкүк сәйе» байрамы үтте

Бөгөн, 19 май көнө Яуымбай ауылында Мөхәмәтхужа ҡотоғо янында «Кәкүк сәйе» байрамы үткәрелде. “Кәкүк сәйе” – башҡорттарҙың боронғо йола байрамы. Ул күҙгә күренеп бармаған матур тауышлы кәкүк ҡошона арналған. Был йола борондан «кәкүк айында», апрель аҙағынан июнгәсә, ер ҡарҙан әрселгәндә һәм тәүге йәшеллек менән ҡапланғанда, йылы яҡтан ҡоштар ҡайтып килгән мәлдә үткәрелгән. Йыл һайын кәкүк тауышы яңғыраған аҡлан-болондарға ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр, балалар йыйылған, ирҙәр иһә байрамда ҡатнашмаған. Тәбиғәткә сығыусылар уйын уйнап, йырлап, киләсәкте юрап ҡайтҡан. Тап шул мәлдә ҡырҙа ашарға яраҡлы үләндәр: ҡуҙғалаҡ, балтырған, оҫҡон йыуаһы, йыуа, ҡаҡы баш күтәргән.

Китапханасы Кинйәкәева Разия Искәнйәр ҡыҙы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторған был байрамда мәктәптең башланғыс синыф уҡыусылары, уҡытыусылар, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҡатнашты. Байрамда ҡатнашыусылар “Кәкүк сәйе”нең тарихы менән таныштылар, “Һанама кәкүк”, “Саҡырмасы кәкүк” йырҙарының аудио яҙмаһын тыңланылар. Йомаҡтар ҡойҙолар, матур шиғырҙар һөйләнеләр, изге теләктәр теләнеләр. “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Самауыр уйыны”н, “Аҡ ҡалас”,”Һәпәләк”, “Үгеҙ йөҙөк” уйындарын бик яратып уйнанылар. Байрамда ҡатнашыусылар Мөхәмәтхужа ҡотоғо һыуынан ҡайнаған “Кәкүк сәйе”нән һәм тәм-томдан ауыҙ иттеләр. Ошо байрамда ихлас күңелдән ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ! Ил-йортобоҙ имен, һәр беребеҙ һау сәләмәт булайыҡ! Байрамдан һәр кем күтәренке кәйефтә ҡәнәғәт булып таралышты.

+3