Халыҡ-ара ҡоштар көнө билдәләнде
1 апрелдә Халыҡ-ара ҡоштар көнө билдәләнә. Ҡоштар – планетабыҙҙың биологик күп төрлөлөгөн тәшкил иткән ҡанатлы дуҫтарыбыҙ. Быйыл да был мөһим көндә Бөрйән районы китапханаларында ҡоштарға арналған төрлө саралар булып үтте. Мәҫәлән, Әтек ауылы китапханаһында “Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ” исемле сара үткәрелде. Уҡыусылар ҡоштарҙың һүрәттәрен төшөрөп, улар тураһында Динә Талхинаның “Тумыртҡалар”, Лилиә Мирзаның “Ҡарабаш турғай” исемле әкиәттәрен уҡынылар. Артабан “Ҡоштар беҙҙең дуҫтар”исемле китап күргәҙмәһе менән танышып, ҡоштарҙың файҙаһы, уларҙы яҡларға, ярҙам итергә кәрәклеге тураһында һөйләштеләр.
Ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү, балаларҙың беҙҙең яҡтың ҡоштары тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтеү маҡсатында 1 апрель Аҫҡар ауыл китапханаһында башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Ҡоштар – тәбиғәт күрке” исемле уйын – кисә үткәрелде. Сарала уҡыусылар беҙҙең яҡта йәшәүсе ҡоштар менән таныштылар, ҡанатлы дуҫтарыбыҙға бәйле төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр, ребустар, кроссвордтар, йомаҡтар систеләр. Шулай уҡ балалар билдәләре буйынса ҡошто таныу, ҡырҡылған ҡоштарҙан тиҙ арала ҡошто төҙөү кеүек сослоҡто һынаған уйындарҙа ла ҡатнаштылар. Уҡыусылар тәбиғәт күрке булған ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы яҡларға, һаҡларға икәнлегенә тағы бер ҡат төшөндөләр. Ҡоштар көнө айҡанлы үткән был сара барыһына ла бик оҡшаны.
1 апрель Ҡоштар көнө уңайынан Ҡотан ауылы китапханаһында “Ҡоштар батшалығында” исемле экология сәғәте үткәрелде. Ветеран уҡытыусы Урия Рәүеф ҡыҙы башҡорт халҡының изге ҡоштары тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне. “Башкирия” милли паркы хеҙмәткәре Гүзәл Рафаэль ҡыҙы ҡоштар менән бәйле ҡыҙыҡлы уйындар үткәрҙе.
Нәби ауылы китапханаһында уткән “Ҡоштар беҙҙең дуҫтар” исемле сарала уҡыусылар ҡоштар менән таныштылар, ҡоштарҙың ниндәй файҙа килтереүҙәре, бер-береһенән нисек айырылыуы тураһында белемдәрен байыттылар, шиғырҙар һөйләнеләр, йомаҡ ҡойҙолар, ҡоштар тураһында китаптар ҡаранылар.
1 апрель Иҫке Мөсәт ауылы китапханасыһы Күсәпова Филиә Йосоп ҡыҙы Яңы Собханғол ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө балалары өсөн Халыҡ-ара ҡоштар көнөнә арналған «Беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙ» исемле экологик дәрес үткәрҙе. Сара балаларҙың беҙҙең яҡтың ҡоштары тураһындағы белемен тәрәнәйтеү, уларҙы таныу, уларҙың көнкүрешенә, йәшәү үҙенсәлегенә иғтибар итеү, ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде. Балалар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, ҡош һүрәттәре эшләп ағасҡа ултырттылар.