Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Ҡайҙа илһам – шунда тормош

14 март район үҙәк китапханаһында Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 8А класы уҡыусылары өсөн, яҡташыбыҙ Таңһылыу Ҡарамышеваның 75 йәшлек юбилейы айҡанлы, “Ҡайҙа илһам – шунда тормош” исемле шиғриәт сәғәте үтте. Китапханасы Ишдәүләтова С. М. шағирәнең тормош юлы һәм ижады менән таныштырып үтте. Презентация аша уҡыусылар Ҡарамышевтар нәҫеленең тарихын белделәр. Таңһылыу Фаяз ҡыҙы һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар ҙа бар. Шағирәнең “Күҙ нурым” йырының тарихы менән таныштырған яҙмаһын тыңланылар. Уҡыу залында ойошторолған “Шиғырҙарым күңел дауаларым” китап күргәҙмәһенә байҡау яһалды.

 

+1