Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

“Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә алкоголизм менән бәйле проблемаларҙың сағылышы”: түңәрәк өҫтәл

3 март #Айыҡ_ауыл республика конкурсы сиктәрендә Исламбай ауылы халҡы өсөн иҫтәлекле ваҡиға булып үтте. Халыҡ – ара Яҙыусылар көнө ауылға баш ҡаланан ҡунаҡтар килеп төштө.

Халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы ижад әһелдәре, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзалары, республикабыҙҙың билдәле тел белгестәре, фольклорсы – ғалимдары менән “Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә алкоголизм менән бәйле проблемаларҙың сағылышы” темаһына түңәрәк өҫтәл артында күҙгә-күҙ ҡарашып, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү бәхете тәтене ауылдаштарыма.

Сарала сәсәниә, ғалимә, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева, талантлы шағир, прозаик, публицист Әхмәр Үтәбай һәм яҡташтарыбыҙ -ғалимә, филология фәндәре докторы, Әхмәт Сөләймәнов ағайыбыҙҙың ҡыҙы Нәркәс Хөббөтдинова, ғалимә, филология фәндәре кандидаты, Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт – музейы мөдире Ғәҙилә Бүләкова, БР милли әҙәбиәт музейы директоры, талантлы прозаик, һутлы телле шағирә, журналист һәм блогер Миләүшә Ҡаһарманова, күренекле шағирә, оҫта ҡәләмле журналист, Самат Ғәбиҙуллин исемендәге район әҙәби премияһы лауреаты Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллина, прозаик һәм публицист Иршат Теләүембәтов, фоторассәм һәм шағир Булат Тимерғәлиевтар ҡатнашты.

Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы Исламбай ауылы ағинәйҙәре һәм мәҙәниәт хеҙмәтҡәрҙәре йыр – моң, милли аш-һыу менән ҡаршы алдылар. Кисәне Аҫҡар ауыл биләмәһе башлығы Юлдашев Ғәни Ғәле улы асып, ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм Айыҡ_ауыл конкурсында ҡатнашыусы Исламбай ауылының бөгөнгө тормошо, ошо юҫыҡта ниндәй эштәр башҡаралыуы тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреп китте.

Эскелектең тормошта ниндәй аяныслы эҙемтәләргә килтереүен барыбыҙҙа аңлап торабыҙ. Артабан мәртәбәле ҡунаҡтар менән бергәләп был кире күренештән ҡотолоу юлдарын эҙләнек. Улар артыҡ яңғырауыҡлы һүҙҙәр, иҫ китмәле буяуҙарға мансымай ғына, әҙәби әҫәрҙәрҙән миҫалдар килтереп, ябай, халыҡсан тел менән, ябай тормоштан алынған хәл-ваҡиғаларға таянып, халыҡ менән йәнле әңгәмә ҡорҙо.
Эскелек – төҙәтә алмаҫлыҡ эҙемтәләргә килтереүсе лә, бәлә-ҡазаға юлыҡтырыусы ла, бәхетле ғаиләләрҙе тарҡатыусы ла, балаларҙы ата-әсә наҙынан мәхрүм итеүсе лә һәм халыҡтың һаулығына, хатта тотош милләт киләсәгенә ҙур ҡурҡыныс янаусы афәт икәнен әсенеп һөйләне ҡунаҡтар. Упҡынға тәгәрәүселәргә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙайыҡ, үҙҙәрен генә тормош һынауҙары алдында ҡалдырмайыҡ һәм бергәләп көрәшкәндә генә был сирҙе еңербеҙ тигән теләктәрҙә әйтелде.
Осрашыуҙа фольклорсы, сәсәниә Розалиә Солтангәрәева башҡарыуында ҡобайырҙар яңғырауы кисәбеҙҙе тағы ла йәмләндереп ебәрҙе.
Беҙ ошондай матурлыҡҡа, әҙәбиәткә ғашиҡ кешеләр менән аралашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Һеҙгә сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Күңелегеҙҙә илһамлы ижад ҡомары һүрелмәһен, ҡәләмегеҙ үткер, фекерегеҙ тос булһын!
Флүзә Әхмәтйәнова.

+1