Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр

21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Башҡорт теле – халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы. Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән сәсәндәр. Әсә теленә ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятыу, балаларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың мәҡәлдәре, әйтемдәре, йомаҡтары тураһында белемдәрен байытыу маҡсатында 21 февраль Аҫҡар ауыл китапханаһында башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Тел бәйгеһе” исемле уйын-ярыш үткәрелде. Балалар был уйында төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр, йомаҡтар ҡойҙолар, әйтемдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр, мәҡәлдәрҙең аҙаҡтарын уйлап таптылар, тиҙәйткестәр һөйләнеләр, туған тел тураһында шиғырҙар ятланылар.
Тел – беҙҙең уртаҡ байлығыбыҙ. Уны һаҡларға, яҡларға,өйрәнергә бурыслы икәнен һәр бала күңеленә һендеререп кайтты был саранан. “Телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр” ти башҡорт мәҡәле. Киләсәктә лә һәр баланың теле үҙ туған телендә асылһын! Бының өсөн һәр беребеҙ туған телебеҙҙә һөйләшәйек, уны ҙурлайыҡ, киләсәк быуындарға еткерәйек!

0