Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Яулыҡтарҙа халҡым тарихы

1 февраль – Бөтә донъя яулыҡ көнө. Яулыҡ ябыныу тарихы бик тәрәндә. Ул бик күп халыҡтарҙың, дини йүнәлештәрҙең, шул иҫәптән ислам диненең дә төп атрибуты, сағыу бер өлөшө булып тора. Яулыҡ ҡатын-ҡыҙға матурлыҡ ҡына түгел, тыйнаҡлыҡ, бөхтәлек, баҫалҡылыҡ өҫтәй, һаҡлаусы ҡалҡан булып тора.  Ҡотан ауылы китапханаһында “Аллы-гөллө шәл- яулығым” исемле кисә үткәрелде. Китапханасы Эльвира Фәнил ҡыҙы яулыҡтың тарихына байҡау яһап, боронғо француз, кешмир яулыҡтар тураһында асыҡлабыраҡ һөйләп үтте. Ҡатын-ҡыҙҙар алып килгән шәл-яулыҡтар араһында ниндәйе генә юҡ – күп төрлөлөктән, матурлыҡтан яһалған күргәҙмәнән күҙҙәр ҡамашыр. Лариса Абдуллинаның “Яулыҡ баҙары”, Зөлфиә Ханнанованың “Яулыҡ” шиғырҙары аша, башҡорт халыҡ ижады – мәҡәлдәр аша яулыҡҡа мәҙхиә йырланды.

Кисәнең икенсе өлөшөндә Айһылыу Миңлеғәле ҡыҙы Ноғоманова яулыҡ ябыныу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.

+6