Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Данлы йылдар ауазы

27 ғинуар – илебеҙ тарихында ҡанлы эҙ ҡалдырған, күҙ йәштәренә мансылдырған Ленинград ҡамауын өҙөүгә 79 йыл. Был дата иҫтәлекле хәтер көнө итеп билдәләнә. Аҫҡар ауыл китапханаһында ла 2-5 класс уҡыусылары өсөн “Данлы йылдар ауазы” исемле батырлыҡ сәғәте үткәрелде. Ҡамауҙағы халыҡ михнәттәрен мәңге онотмаҫҡа, киләсәк быуынға һуғышҡа нәфрәт тәрбиәләргә һәм бөгөнгө тормоштоң ҡәҙерен белергә тигән маҡсатта ойошторолдо был сара. Аслыҡ-яланғаслыҡ, емереклек араһында ла халыҡтың рухи ныҡлығы, дошманға баш эймәүе уҡыусылар күңелендә ҙур тойғо ҡалдырҙы. Шулай уҡ балаларға “Ленинград блокадаһы” исемле презентация күрһәтелде һәм викторина һорауҙары тәҡдим ителде. Һуғыштың ни тиклем ҡот осҡос һәләкәт икәненә тағы бер ҡат инанаған уҡыусылар, илебеҙ күге гел тыныс булһын тигән изге теләктәр менән таралыштылар.

0