Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Ҡоштарға ярҙам итеү – изге эш!

Ҡышлаусы ҡоштарға беҙҙең ҡырыҫ шарттарҙа еңел түгел. Ҡышҡа ҡалған ҡоштар аҙыҡ эҙләп урындан урынға күсеп йөрөй, шуның өсөн һалҡын ҡыштарҙа тағараҡтар эшләргә, уларға ем һалып торорға кәрәк. Ошо маҡсат менән, 20 ғинуар Килдеғол ауылы китапханаһында уҡыусылар өсөн “Ҡышлаусы ҡоштар” исемле тематик кисә үткәрелде. Беҙҙең яҡтарҙа ҡышлаусы ҡоштар тураһында мәғлүмәт еткерелде, йомаҡтар ҡойҙолар. Артабан һут һауыттарынан тағараҡ эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Һәр кем үҙенә тағараҡ эшләп алып, ҡоштарға һалҡын ҡышта ярҙам итергә тип таралыштылар.

0