Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Китапханала күркәм осрашыу үтте

18 ғинуарь Исламбай ауыл китапханаһында ауылдың аҡһаҡалы, бик матур, һоҡланғыс тормош юлы үткән, донъяның әсеһен-сөсөһөн күп күргән, заманында “Фрунзе” колхозы үҫеше өсөн күп көс һалған тыл һәм хеҙмәт ветераны Хәйбуллин Әхтәм Әбделкәбир улы менән осрашыу үтте. Китапханасы кисәне асып: “Бөгөнгө осрашыуҙа беҙ һуғыш йылдарында күпме ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһендә татыған олатай менән һөйләшеү өсөн осрашыуға йыйылғанбыҙ. Ауылыбыҙҙың иң өлкән кешеһе 91 йәшлек Әхтәм бабай боронғо аяҡ кейеме – сабаталар үрә. Бындай шөғөл менән мауығыусылар ҙа һирәк. Ата-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлайыҡ, онотмайыҡ тигән теләктә, һүҙҙе уға бирәйек.
“Онотолмаҫ хәтирәләр” исеме аҫтында үткән сарала Әхтәм Әбделкәбир улы балаларға ауыр һуғыш йылдарында кисергән ауырлыҡтар, аслыҡ, яланғаслыҡ тураһында һөйләне. Ветераныбыҙҙың һүҙҙәрен уҡыусылар тын да алмай тыңланы. Ошо яланғыслыҡтан ҡотҡарыусы аяҡ кейеме сабата тураһында айырыусы тәфсиләп һөйләп, сабатаны үреп күрһәтте. Балалар ҡыҙыҡһынып тыңлап, һорауҙар бирҙе, ҡыҙыҡһынғандар үреп тә ҡараны.
“Яҡшының ҡунағы бер көндә” тигәндәй, “Башҡортостан” гәзите хәбәрселәре килеп ҡушылыуы, кисәгә мәртәбә өҫтәп, бәҫен бермә-бер арттырҙы. Улар оло яҙмышлы, бар нәмәне яҡшы хәтерләүсе, кешеләргә ҡарата хөрмәтле, әлеге көндә лә оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бер көн дә буш тормай, хәрәкәттә-бәрәкәт тигәндәй һаулығына ла зарланмай утын ярып, бесән сабып, гөрләтеп донъя көтөүсе Әхтәм бабай менән ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡорҙо. Хәбәрселәр олатайға матур теләктәрен еткерҙеләр, иҫтәлеккә балалар менән фотоға ла төшөрҙөләр.
Изге йәнле аҡһаҡалыбыҙға һаулыҡ, күңел тыныслығы, балаларының тик ҡыуаныс-шатлыҡтарын ғына күреп, уларҙың ихтирам-һөйөүенә төрөнөп, артабан да оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ!

0