Данлы йылдар ауазы
19 ғинуар көнө Ғәҙелгәрәй ауылы китапханасыһы Сирбаева Гөлфиә Зәбир ҡыҙы 8 һәм 9 класс уҡыусылары өсөн “Данлы йылдар ауазы” исемле батырлыҡ дәресе үткәрҙе. Дәрес башҡорт халҡының бөйөк улдары – Александр Матросов-Шакирйән Мөхәмәтйәнов, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәм Миңлеғәле Шайморатовҡа арналды. Китапханасы презентация ярҙамында батырҙарыбыҙҙың тормошо, данлы яу юлдары, батырлыҡтары тураһында һөйләне, улар тураһында яҙылған китаптар менән таныштырҙы.
0