Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Фәһемле һәм йәнле осрашыу

7 ғинуар Әтек ауылы китапханаһында Джиу-джитсу көрәше буйынса донья чемпионатында дан яулаған, Әтек ауылы һылыуы Гөлдәр Ғилфан ҡыҙы Байморатова менән йәнле осрашыу үтте.
Бәләкәй сағынан күңелен сағыу төҫтәр менән “буяп”, төрлө жанрҙарҙа һүрәт төшөрөү, мәктәп, республика кимәлендәге үткән конкурстарҙа ҡатнашыу Гөлдәр өсөн бик ҡаршылыҡтар тыуҙырмаған. Күңел һалып төшөргән һүрәттәре һәр ваҡыт Гөлдәрҙе еңеүсе итә. Баласаҡ хыялын ул БГПУ-ның художество- графика бүлегенә уҡырға инеп тормошҡа ашыра. Эшләгән һүрәттәре юғары баһа алып, бер урынға 18 кеше булған ошо факультетка уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлап сыға. Уҡыған ваҡытта төрлө сараларҙа ҡатнаша. Уҡыу менән эште бергә алып барыу ғына түгел, уйламаҫтан спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба Гөлдәр.
– Үҙем өсөн генә тип йөрөй башлаған күнекмәләр, шулай итеп еңеүҙәргә алып килде – тип үҙе тураһында таныштырҙы һәм уҡыусылар тарафынан әҙерләгән һорауҙарға төплө яуаптары менән ихлас әңгәмәсе булараҡ та һөйөндөрҙө.
– Спорт ул кешелә тәртип, күңел һәм тән сәләмәтлеге тәрбиәләй, һәр кемгә үҫеү сынығыу, үҙеңдең нимәгә һәләтле икәнеңде иҫбатлауҙа. Спорт менән дуҫ булырға, сәләмәт тормош рәүеше алып барырға саҡырам, – тине һәм рәссәм булараҡ та юғары үрҙәр яулаған Гөлдәр балалар менән бергәләп һүрәт төшөрҙө, ижади эштәре менән таныштырып үтте.

2021 йылда Рәсәй чемпионкаһы, 2022 йылда донъя чемпионатында еңеү яулаған Гөлдәр бәләкәй ауыл өсөн оло ғорурлыҡ!!! Гөлдәргә яңы ҙур-ҙур еңеүҙәр һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ!

+4