Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Китапханала – шахмат турниры

4 ғинуар Яуымбай ауыл китапханаһында ЯУЫМБАЙ күсмә кубогы өсөн 5-се шахмат турниры уҙҙы. Швейцар системаһы буйынса барған көсөргәнешле ярыштың еңеүселәре 7 турҙан һуң билдәләнде.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
🥇1 урын – Рәүилә Хасанова
🥈2 урын – Вәлимә Валитова
🥉3 урын – Яҙгөл Хасанова

Ир-егеттәр араһында:
🥇1 урын – Вәсил Әхмәтйәнов
🥈2 урын – Илшат Кинйәкәйев
🥉3 урын – Руслан Хасанов

5-се йыл рәттән үткәрелгән турнирҙа иң күп мәрәй йыйып, был юлы Яуымбай күсмә кубогын 🏆Вәсил Әхмәтйәнов яуланы!

Еңеүселәрҙе диплом-миҙалдар һәм бүләктәр менән ҡотланылар. Кубок яулаусыға 1000 һум күләмендә аҡсалата приз тапшырылды.

Яуымбай ауылы ветерандар советы рәйесе Рәмил Латыпов иң йәш ҡатнашыусы Буранбаев Фәнилгә һәм иң оло ҡатнашыусы Кинйәкәйев Вәхиткә миҙалдар бүләк итте. Һәм Бөрйән районы ветерандар советы исеменән турнирҙы ойоштороусы Разия Кинйәкәйеваға Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Ярышта ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт!
Барығыҙға ла именлек-һаулыҡ, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!

+1