Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

“Әсә һәм ҡыҙ” конкурсы үтте

Ғаилә ҡиммәттәрен, уның утын, ҡотон һаҡлаусы ул – ҡатын-ҡыҙ. Ҡатын-ҡыҙ ул, тәү сиратта әсә, ир ҡатыны, балалар әсәһе. Әсәйҙәрһеҙ был донъяның йәме лә, ҡото ла юҡ. Улар байрам көндәрендә генә түгел, ә һәр көндә лә оло ихтирамға лайыҡ.
Ошо байрам уңайынан Килдеғол ауылы китапханасыһы Искужина Нәзилә Ишбирҙе ҡыҙы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә әсәйҙәр көнөнә арналған “Әсә һәм ҡыҙ” конкурсы үткәрҙеләр. Ярышта береһенән-береһе дәртле, уңған, тырыш, батыр әсәйҙәр ҡыҙҙары менән ҡатнаштылар. Улар был сәмле ярыш барышында үҙҙәрен төрлө яҡлап һынап ҡаранылар. Тасуири итеп шиғыр ҙа ятланылар, һүрәт тә төшөрҙөләр, йырланылар, бейенеләр, аш-һыуға ла оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Әйүпова Гүзәлиә ҡыҙҙары Фаягөл, Айгөл менән “Иң һөйкөмлө әсәй” номинацияһында еңеүсе булһа, Ғиләжова Нәйлә ҡыҙы Әдилә менән “Иң яғымлы әсәй” номинацияһында еңеүсе тип табылды. Гүзәлиә Әмир ҡыҙы тағы ла ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе етәксеһе Билалова Сажиҙә Вәлит ҡыҙының махсус бүләгенә лә эйә булды. Афарин ҡыҙҙар! Киләсәктә лә шулай бергә-бергә йәшәргә, эшләргә яҙһын!

+3