Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Һөнәр һайлау -яуаплы эш

Ағасты япраҡ биҙәй,кешене хеҙмәт биҙәй. Һөнәр һайлағанда уның тураһында уҡырға, өлкәндәрҙән һорашырға, ә иң яҡшыһы был өлкәлә эшләп килгән һөнәр вәкилдәре менән асыҡтан-асыҡ, күҙмә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә бер ниҙә етмәйҙер. Уҡыусыларға һөнәр һайлауҙа юнәлеш биреү,уларҙы һөнәр һайлауҙың яуаплы эш икәненә төшөндөрөү, хеҙмәткә һәм хеҙмәт кешеһенә хөрмәт тәрбиәләү маҡсатында 23 ноябрь көнө Байназар урта мәктәбенең 9 -сы, 11-се класс уҡыусылары өсөн “Һөнәр һайлау – яуаплы эш” исемле сара үтте. “Пушкин картаһы” проекты сиктәрендә ойошторолған сараны Байназар ауылы моделле китапханаһы китапханасыһы Аетбаева Роза Сәлимйән ҡыҙы һәм мәктәптең социаль педагогы Сатвалова Гөлназ Ғәлиулла ҡыҙы алып барҙылар. Осрашыуҙа Бөрйән районы бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор Ғүмәров Ильяс Зиннур улы, Бөрйән районының халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге инспекторы Карагулова Әминә Рәфис ҡыҙы, ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған, хаҡлы ялдағы шәфҡәт туташы Ҡарағолова Зөһрә Һибәт ҡыҙы, мәҙәниәт хеҙмәтенең бөтә нескәлектәрен белгән Ишбулатова Сәлиә Вәлимөхәмәт ҡыҙы, ауылыбыҙҙың уңышлы эшләп килгән эшҡыуары Зәйнуллина Нәилә Әхмәт ҡыҙы, хаҡлы ялға сыҡҡансы бухгалтер вазифаһын башҡарыусы Байназарова Зөлфиә Ишмырҙа ҡыҙы, уҡытыусы һөнәрен һайлағанына сикһеҙ ғорурланып йәшәүсе, ветеран уҡытыусы Ишбаева Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы, ҡурҡыныс, шул уҡ ваҡытта мауыҡтырғыс, күп белем һәм күнекмә талап иткән электрик һөнәре эйәһе Сафиуллин Ирек Низаметдин улы, инженер-механик һөнәрен үҙ итеүсе, төрлө өлкәлә яуаплы вазифалар башҡарыусы Ишбулатов Фәтих Лотфулла улы ҡатнаштылар. Уларҙың һәр береһе үҙҙәренең һөнәре тураһында бик ентекле һөйләнеләр, фәһемле кәңәштәрен еткерҙеләр. Балаларҙың һорауҙарына төплө яуап бирҙеләр. Сара ысынында тәрбиәүи, фәһемле осрашыуға әүерелде. Был йәнле аралашыу бик әһәмиәтле булды, күңелдәрҙә тик яҡшы хәтирәләр генә ҡалдырҙы.

 

+12