Башҡорт халҡының данлы улы
17 октябрь Ғәлиәкбәр ауылы китапханаһында 3-сө синыф уҡыусылары өсөн башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев һәйкәленә 55 йыл тулыуға арналған «Башҡорт халҡының данлы улы” исемле сара үтте. Китапханасы Толомғужина Лилиә Сәғит ҡыҙы уҡыусыларҙы батырҙың тормошо, ҡаһарманлыҡтары, ижады менән таныштырҙы, “Илем улы – батыр Салауат” презентацияһын ҡулланып, Салауат Юлаев һәйкәле тураһында һөйләне. Шулай уҡ Салауат Юлаев хөрмәтенә аталған әһәмиәтле объекттар: һәйкәлдәр, майҙандар, милли премия, ҡала, хоккей клубы тураһында белделәр. Артабан балалар тыуған илен, тыуған төйәгенең тәбиғәтен данлаған шиғырҙары менән таныштылар. Сараға «Салауат батыр – ил батыры» тип аталған китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда геройыбыҙ хаҡында китаптар һәм уның үҙе яҙған шиғырҙар йыйынтыҡтары тәҡдим ителде. «Салауат Юлаев тураһында нимә беләһең?» исемле викторина һорауҙарына яуап биреп, татлы бүләктәр алдылар. Сара аҙағында Салауат Юлаев һәйкәлен асыу тантанаһынан видеояҙма ҡаранылар.