Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Сәләмәт бул, китап!

9 ноябрь Ғәлиәкбәр ауыл китапханаһында 4 синыф уҡыусылары өсөн «Сәләмәт бул, китап!» исемле китапхана дәресе үтте. Китаптарға һаҡсыл ҡараш кәрәклеге тураһындағы әңгәмәнән һуң, балаларға ремонт талап иткән китаптарҙы үҙҙәренә һайлап алырға тәҡдим ителде. Китапханасы Толомғужина Лилиә Сәғит ҡыҙы китаптарҙы нисек “дауаларға” кәрәклеген күрһәтте, шунан балалар ихласлыҡ менән эшкә тотондолар: китап биттәрен төҙәттеләр, ҡәләм менән сыйылғандарҙы юйҙылар, йыртылған биттәрен йәбештерҙеләр.

Артабан уҡыусылар китапханаға балалар өсөн  килгән гәзит-журналдар менән таныштылар. Бөгөнгө интернет, гаджеттар заманында, баланы китап һәм гәзит-журналдар уҡырға йәлеп итеү еңелдән түгел. Шуға ла китапханасы гәзит-журналдар тураһында тулыраҡ һөйләп үтте, балалар үҙҙәренә уҡыуҙа кәрәкле, ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәр алдылар, шулай уҡ эстәлегендәге ребус, крассвордтарҙы эшләнеләр, төрлө уйындар уйнанылар.

+9