Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Оҫталыҡ дәресе үтте

“Сәнғәт төнө” акцияһы сиктәрендә Исламбай ауыл китапханаһында, “Һарыҡ йөнөнөң файҙаһы” исемле оҫталыҡ дәресе үтте. Кисәгә ҡул эштәренә оҫта, һарыҡ йөнөнөң файҙаһын белгән, бөгөнгө көндә лә ошо эш менән шөғөлләнгән уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һәм балалар саҡырылды. Китапханасы һарыҡ йөнөнөң, тиреһенең, эс майының, хатта, сайырының да файҙалы булыуы тураһында һөйләне, күргәҙмәгә ҡуйылған, йөндән эшләнгән әйберҙәр менән таныштырып китте. Артабан һарыҡ ҡырҡыу, йөн тетеп, йөн иләү, йөн сиратыу, йөн аяҡлау серҙәре менән уртаҡлаштылар оҫталар. Борондан беҙҙең әсәй – өләсәйҙәребеҙ ҡаба таҡтаһына йөндө бәйләп, орсоҡ менән йөн иләгәндәр, был ысул менән балаларҙы Тәнзилә Талха ҡыҙы таныштырҙы һәм ҡыҙҙарға йөн тетергә лә өйрәтте. Зөбәржәт Ғүмәр ҡыҙы энә менән ойоҡ-бейәләй бәйләү серҙәре менән уртаҡлашты. Лилиә Назим ҡыҙының боронғо, аяҡ менән баҫып, тәгәрмәсен бау ярҙамында әйләндерә торған йөн иләгес станок менән йөндө иләүе балаларҙа айырыусы ҡыҙыҡһыныу уятты. Ә Гөләмзә Сәбирйән ҡыҙы электр утына тоташтырылған, хәҙерге заман йөн иләгес машинала йөн иләү серҙәре менән уртаҡлашты. Балалар ҡыҙыҡһынып иләп тә ҡаранылар, ә малайҙар аяҡланған йөндө йомғаҡҡа йомарлап ярыштылар. Был кисә балаларға бик оҡшаны.
+4