Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Тирбәлгәндә күңелем моңдары

Яңы Усман ауылы элек – электән таланттар төйәге булараҡ дан алған, миҫал өсөн, тыуған төйәгендә үҫеп, ҡанат нығытып, ауылы данын таратып ҡәләм тирбәтеусе Миләүшә Ҡаһарманова, Даян Мәжитовты алырға мөмкин.
31 октябрь китапханала үткән “Тирбәлгәндә күңелем моңдары” исемле шиғри кисәгә хискә бай, шиғриәткә ғашиҡ, уй – фекерҙәрен аҡ ҡағыҙға төшөрөп ҡәләм тирбәтеусе Фәриҙә Мәжитова саҡырылды. Фәриҙә Ғилметдин ҡыҙы 1953 йылда Яңы Усман ауылында тыуған, әле лә ошонда йәшәй. Бала саҡтан уҡ шиғырҙар ярата. Ҡәләмгә бер нисә йыл элек, тормош иптәшен юғалтҡас ҡына тотона. Шиғырҙарын интернет селтәрендә “Бәйләнештә” сайтында булдырылған сәхифәһе арҡылы уҡырға мөмкин. Быйылғы йылда улы Даян тарафынан “Бәрәкәт асҡысы” шиғырҙар йыйынтығында күмәк авторҙар берлегендә шиғырҙары донъя күрҙе. Фәриҙә Ғилметдин ҡыҙы күп яҡтан өлгөлө: кешеләргә иман нуры таратып, аят аштары йолаһында аяттар уҡып, кәңәштәрен биреүсе, ғаиләһендә 5 балаға ғүмер биргән оло йөрәкле әсә лә ул.
Кисәлә ҡәләмдәшебез бер шәлкем шиғырҙарын уҡыны, яҙылыу тарихы тураһында бәйән итте. Шиғырҙары күберәк ауылына, тәбиғәтенә, яҡын кешеләренә арналған. Сараға килеүсе ҡунаҡтар Фәриҙә Ғилметдин ҡыҙы шиғырҙарын тыңлап илһам, дәрт алды.

Фәриҙә Ғилмитдин ҡыҙына киләсәктә һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ кисереп йәшәүен теләйбеҙ, шиғри күңеле тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яулаһын.

+6