Ҡурсаҡ театры балалар өсөн
28 октябрь Ҡотан ауылы китапханасыһы Ғәҙелшина Эльвира Фәнил ҡыҙы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн “Төлкө, ҡуян һәм әтәс” әкиәте буйынса ҡурсаҡ театры күрһәттеләр. Нимә ул әкиәт, әкиәттең төрҙәре, яратҡан әкиәт геройҙары һәм “Төлкө, ҡуян һәм әтәс” әкиәте буйынса балалар менән әңгәмә ҡоролдо. Әкиәттәрҙе уйнау, балаға телмәр, мимика, ым-ишара, хәрәкәт менән аңлатыу кеүек тасуири сараларҙы киң ҡулланырға өйрәтә. Балалар телмәр аша берәй хайуандың характерын, тауышын, хәрәкәттәрен, тәртибен башҡалар аңларлыҡ итеп уйнарға өйрәнделәр.
Сара аҙағында китапханасы Эльвира Фәнил ҡыҙы балаларҙы әкиәт китаптары менән таныштырҙы.
+1