Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Мостай Кәрим – башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы

20 октябрь – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо, бөйөк аҡыл эйәһе, халҡыбыҙҙың яратҡан улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө. Ошо уңайҙан йәш быуында шағир ижадына һөйөү тәрбиәләү, әҙиптең әҫәрҙәрен уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында Байназар ауыл моделлы китапханаһы китапханасыһы Аетбаева Роза Сәлимйән ҡыҙы 7 синыф уҡыусылары өсөн, мәктәптең китапханасыһы Мәсәғүтова Дилбәр Баязит ҡыҙы менән берлектә, Мостай Кәримдең ижадына арналған “Мостай Кәрим –башҡорт әҙәбиәтенең ғорурлығы” исемле әҙәби сәғәт үткәрҙеләр. Сара барышында Мостай Кәримдең бала сағынан алып үтелгән ғүмеренә, эшләнгән эштәренә байҡау яһалды. Уҡыусылар шағирҙың “Рус түгелмен, ләкин россиян мин”, “Ҡоштар осорам”, “Тауҙар” исемле шиғырҙарын уҡынылар. Шулай уҡ, әҙиптең тормош юлына һәм ижадына арналған викторинала, кросворд сисеүҙә лә бик әүҙем ҡатнаштылар.
+1