Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Китапхана өйгә килә

25 октябрь көнө Яуымбай ауылы китапханасыһы Кинйәкаева Р. И. китап уҡырға яратыусы дуҫтарыбыҙҙы сираттағы #Китапхана_өйгә_килә акцияһы сиктәрендә хеҙмәтләндереү ойошторҙо. Һәр уҡыусыға мәғлүмәтте еткереү, уларҙы яратҡан шөғөлдәренән айырмау маҡсатында, китап уҡырға теләге булып та, әммә ләкин сәләмәтлектәре буйынса,
йәғни китапханаға йөрөй алмаған оло йәштәгеләрҙе “Китапхана өйгә килә” акцияһы сиктәрендә хеҙмәтләндереү ҡаралған. Беҙҙең китап уҡырға яратыусы дуҫтарыбыҙ һәр акцияны ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Улар яңы матбуғат баҫмалары менән танышып үҙҙәренә оҡшаған әҙәби китаптарҙы һайлап алып, ҡыуанып тороп ҡалдылар. Китап уҡыу ул, тик файҙаға ғына, хәтер яҡшыра. Китап уҡырға яратыусы дуҫтарыбыҙ, һау-сәләмәт булығыҙ, һәр саҡ беҙҙең менән ҡалығыҙ!

+2