Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Яҡты яҙмышлы ижад

22 сентябрь көнө район үҙәк китапханаһы, Пушкин картаһы проекты сиктәрендә, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең интернат уҡыусылары өсөн “Ай менән ҡояш бер генә” исемле әҙәби ҡунаҡхана үткәрҙе. Сара прозаик, драматург, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арналды. Китапханасылар Ишдавлетова С. һәм Ҡыуандыҡова Ә. уҡыусыларҙы Таңсулпан Ғариповның тормошо һәм ижад юлы менән таныштырҙылар. Артабан “Бөйрәкәй” романы буйынса йәнле әңгәмәләшеү барҙы. Һуңынан яҙыусының үҙе уҡыуында романды тыңлап үттеләр. Уҡыусылар иғтибарына, яҙыусының яҡташыбыҙ Әхмәт Сөләймәнов рухы менән һөйләшеүе шиғри әҫәрҙә тәҡдим ителде.  Сара барышында балалар әҙибәнең китаптары буйынса эшләнгән презентацияны ҡаранылар.

 

+1