Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре

«Кешелә бөтә нәмә лә матур булырға тейеш: йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә, уйҙары ла» А. П. Чехов.

Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙҙар өҫтөндә бөтмәҫ эш, донья мәшәҡәттәре тора. Шулай ҙа, һәр ҡатын-ҡыҙ үҙен-үҙе яратырға, хөрмәт итергә, үҙенә ваҡыт бүлергә тейеш.
Матурлыҡ көнө уңайынан Исламбай ауыл китапханаһында *Матурлыҡтың юҡтыр сиктәре!* исемле кисә үтте. Кисәгә юғары квалификациялы визажист, парикмахер- колорист Ғәбиҙуллина Зөмәрә Ғәлийән ҡыҙы саҡырылды. Зөмәрә Ғәлийән ҡыҙы осрашыуға килгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға бит тиреһен нисек тәрбиәләргә, макияжды нисек дөрөҫ һалырға, нисек алырға, сәс буяу, киҫеү, сәсте тәрбиәләү серҙәренә өйрәтте. Уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе һәм көндәлек һалынған макияж буйынса мастер- класс күрһәтте. Кисә аҙағында ҡыҙҙарыбыҙ гармун көйөнә бейеп, ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле осрашыуҙан бик күп нәмәләргә өйрәнеп, ҡәнәғәт булып таралыштылар.
Донъяға тыуған һәр кеше үҙенсә гүзәл. Сөнки матурлыҡ – уның күңелендә балҡый. Ысын матурлыҡты күҙ менән күрәләр, әммә күңел менән тоялар.
Дуҫтар, һәр ваҡыт шулай матур булып, яҡтылыҡ, изгелек өләшеп, матурлыҡҡа инанып йәшәйек!

0