Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Мин, йәй һәм китап

29 июль Ғәлиәкбәр ауылы китапханасыһы Толомғужина Лилиә Сәғит ҡыҙы балаларҙа китап уҡыуға ынтылыш уятыу, китапҡа хөрмәт тәрбиәләү менән бер рәттән, балаларҙың йәйге ялын күңелле лә, файҙалы ла үткәреү маҡсатында “Мин, йәй һәм китап” исемле сара үткәрҙе. Балалар уҡыған әҙәби әҫәрҙәрҙен, яратҡан геройҙарын иҫкә төшөрөп, һөйләп киттеләр. Артабан улар һүҙҙәрҙән китап тураһында мәҡәлдәр төҙөнөләр, йомаҡтар, ребустар систеләр, “Был юлдар ниндәй әкиәттән” исемле викторина һорауҙарына, “Шаяртыуға ҡоролған һорауҙар” ға яуап бирҙеләр. Сара күңелле үтте, барыһына ла бик оҡшаны. Балалар сара аҙағынан тәмлекәстәр алып таралыштылар.

0