Салауат Юлаев – халыҡ хәтерендә
16 июнь – милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө. Ошо уңайҙан район үҙәк китапханаһында Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 10 синыф уҡыусылары өсөн “Салауат Юлаев – халыҡ хәтерендә” исемле мәғлүмәт сәғәте үтте. Китапханасы Ишдәүләтова Сәлима Мисбах ҡыҙы Салауат Юлаевтың тормошо, ижады менән таныштырып үтте. “Шағир һәм яугир Слауат” исемле китап күргәҙмәһенә байҡау ойошторҙо.
Салауат Юлаевтың ғүмере һәм эшмәкәрлеге, батырлыҡ рухы быуындан-быуынға күсә килә, башҡорт һәм рус халҡының дуҫлыҡ символы ла булып мәңгеләшкән. Салауат Юлаев тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү тарихи аңда быуындан-быуынға күсеп килә, мәҫәлән, йырҙарҙа, легендаларҙа, тыуған ил тураһындағы хикәйәләрҙә, тағы ла әҙәби әҫәрҙәрҙә, сәнғәттә, тарихсыларҙың хеҙмәттәрендә.
0