Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Мәҡәл – һүҙ асҡысы

Башҡорт халыҡ ижадында мәҡәлдәр бик киң урын алған, тормошта ныҡ таралған һәм ҙур популярлыҡ менән файҙаланған жанр булып тора. Мәҡәлдәрҙең халыҡ тормошонда тотҡан әһәмиәте бик ҙур. Быны түбәндәге мәҡәлдәр күрһәтеп тора : “Мәҡәл әйткән юл өйрәткән” , “Мәҡәл – һүҙ асҡысы”, “Һүҙ башы мәҡәл”. Мәҡәлдәр ярҙамында халыҡ үҙенең тәрән аҡылын, быуаттар буйына йыйылған ҙур тормош тәжрибәһен киләсәк быуынға тапшыра килә. Уларҙы өйрәнеү, хәтерҙә ҡалдырыу, урынлы файҙалана белеү маҡсатында 14 июнь Ғәлиәкбәр ауылы китапханасыһы Толомғужина Лилиә Сәғит ҡыҙы балалар менән “Мәҡәлдәр иленә” сәйәхәт итте. Ҡатнашыусылар шаян һорауҙар менән тел шымартып алғас бирелгән мәҡәлдәрҙең аҙағын уйлап табып, тел, һүҙгә бәйле мәҡәлдәрҙең мәғәнәһенә ярашлы һүрәттәр эшләп, мәҡәлдәр ҡулланып, хикәйә яҙып, бирелгән һүҙҙәрҙән мәҡәлдәр төҙөп, көс һынаштылар.

0