Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Башҡортостан пионер ойошмаһына – 100 йыл

19 май көнө Яуымбай ауылы китапханаһында мәктәп менән берлектә “Кемдәр улар пионерҙар?” исемле тематик кисә үтте. Кисәне йәнле итеп Миләүшә Әғләм ҡыҙы Ямғурсина алып барҙы. 7-се синыф уҡыусыһы Хайбуллина Элина пионер ойошмалары тураһында һөйләп китте. Китапханасы Кинйәкәева Разия Искәнйәр ҡыҙы пионерҙар ниндәй булырға тейеш, пионер галстугының тарихы һәм атрибутикалары менән таныштырып үтте. Кисәлә ҡатнашыусы Рәсимә Хөснолхаҡ ҡыҙы үҙенең пионер сағындағы галстугын тағып килеп кисәгә йәм генә өҫтәне.
Кисә һуңында хаҡлы ялда булған Әхмәтйәнова Рәсимә Хөснолхаҡ ҡыҙы 4-се синыф уҡыусыларын пионерға алды. Уҡыусылар яҡшы уҡырға, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға, тәртипле булырға, ололарҙы ололарға, кеселәрҙе кеселәргә һүҙ бирҙеләр. Яңы барлыҡҡа килгән пионер отрядына Украинала барған махсус операциялар ваҡытында йәшләй генә ғүмере өҙөлгән тыуған еребеҙҙең лайыҡлы улы Кинйәкәев Инсур Вәлий улының исеме бирелде. Синыф етәксеһе Хәлиҙә Мазһар ҡыҙы үҙенең пионерҙарын ҡотлап тик изге теләктәрен еткерҙе. Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ кескәй пионерҙар!!! Спортта ла, уҡыуҙа ла һынатмағыҙ!!!

+1