Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Шәжәрә – халыҡ мираҫы сығанағы

15 май Ғаилә көнөнә арнап, Әтек ауылы китапханаһы, балаларҙа үҙ нәҫелдәренә, ғаиләләре тарихтарына, фамилиялары килеп сығышына ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсаты менән “Шәжәрә – халыҡ мираҫы сығанағы” тип исемләнгән сара үткәрҙе.
Китапханала үткән әлеге фәһемле дәрестә уҡыусыларға заман менән бергә атлап барыу өсөн һәр кешегә үҙ ғаиләһе шәжәрәһен белеүҙең мөһимлеге аңлатылды, уны дөрөҫ итеп төҙөү ҡәғиҙә-шарттары тураһында һөйләнелде. Был көндө сарала ҡатнашыусы уҡыусылар үҙҙәренең шәжәрәһен төҙөнөләр.
Ғөмүмән, шәжәрәне белеү, өйрәнеү – бөгөн бик мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Үҙ нәҫелен таныған, туғандарын туған итеп күргән кешеләр генә был донъяла ныҡлы баҫып тора ала, таяныслы, терәкле икәнлегенә ышанып йәшәй. Йәш быуын быны белеп, аңына һеңдереп үҫергә тейеш.

+1