Атай, әсәй, мин – спорт яратыусы ғаилә
13 май Халыҡ -ара ғаилә көнөнә арнап, Яңы Усман мәктәбендә китапханасы Мәжитова Эльвира Юлай ҡызы ата – әсәләр комитеты һәм мәктәп администрацияһы менән берлектә “Атай, әсәй, мин – спорт яратыусы ғаилә” – тип аталған ғаиләләр араһында спорт бәйгеһе уткәрҙеләр. Һәр бер кешенең сәләмәтлегенә бала саҡтан нигеҙ һалына. Ә баланын һәр яҡлап үҫеше, сәләмәт йәшәү рәүеше – ғаиләнән башлана. Балаларҙы бала саҡтан һаулыҡты һаҡларға, спортты һөйөргә өйрәтеү – һәр ата – әсәнең бурысы. Кисәне асып ғаилә көнө тарихы менән таныштырып үткәс, ярышта ҡатнашыусы ғаиләләр саҡырылды. Баязитовтар, Мәжитовтар, Нурутҡоловтар, Бикбулатовтар ғаиләләре етеҙлектә, тиҙлектә көс һынаштылар. Ярыш төрҙәрен физкультура уҡытыусыһы Мәжитов Ф.А. әҙерләне һәм ярышҡа старт бирҙе. Балалар ата – әсәләре менән бергә төрлө ярышта үҙҙәренең көсөн һынаны. Ярыш бик ҡыҙыу һәм сәмле барҙы. Сарала ҡатнашыусы һәр ғаилә күңелле ял итте, спорт буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Һөҙөмтәлә 1 – се урынды Мәжитовтар яуланы. 2 – се урынды Бикбулатовтар менән Баязитовтар алһа,3 – сө урынға Нурутҡоловтар сыҡты. Сарала ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды. Шулай берҙәмлектә, татыулыҡта йәшәп һау сәләмәт балалар үҫтерәйек, киләсәгебеҙҙе бергә тәрбиәләйек, ныҡлы ғаиләләр булдырайыҡ.