Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Бөйөк ҡаһарманлыҡ – халыҡ хәтерендә

5 май Ғәлиәкбәр ауыл китапханаһы Һамар төбәк балалар китапханаһы ойошторған “Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ” Халыҡ-ара акцияһына ҡушылды. Акцияның төп маҡсаты – балалар өсөн ижад ителгән Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы әҙәби әҫәрҙәр аша йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, тыуған илгә һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһо уятыу. Акция сиктәрендә Иҫке Собханғол мәктәбе Ғәлиәкбәр филиалының 3 -4 синыф уҡыусылары өсөн “Бөйөк ҡаһарманлыҡ – халыҡ хәтерендә” исемле батырлыҡ дәресе үтте. Бөйөк Ватан һуғышы тураһында әңгәмәнән һуң балалар С. Алексеевтың “Бөйөк Ватан һуғышы тураһында хикәйәләре” һәм А. Печерскаяның “Бөйөк Ватан һуғышының герой балалары” әҫәрҙәре менән таныштылар, уҡылғандар буйынса фекер алыштылар. Артабан Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» тигән повесына нигеҙләнеп төшөрөлгән “Һеңлекәш”(“Сестренка”) фильмын ҡаранылар.
0