Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Китапханала мәғлүмәт сәғәте үтте

Бөгөн 27 апрель көнө, Яуымбай ауылы мәктәбендә 1-се һәм 3-сө синыф уҡыусылары өсөн “Ярҙамсы эттәр” исемле мәғлүмәт сәғәте үтте. Мәғлүмәт сәғәтендә китапханасы Кинйәкәева Разия Искәнйәр ҡыҙы уҡыусыларға эттәр тураһында бик бай мәғлүмәт бирҙе. Эт – кешенең тоғро дуҫы. Ә “повадырь” эттәр, йәғни күҙҙәре насар күреүселәрҙе етәкләп йөрөтөүсе аҡыллы һәм яуаплы хайуандар. Етәкләп йөрөтөүсе этте, беренсе сиратта, уны йәшәтеү өсөн шарттар булдырған һәм күреү буйынса 1нсе төркөм инвалидлыҡ рәсмиләштергән кешегә бирәләр. Эт бушлай тапшырыла. Етәкләп йөрөтөүсе эт үҙ хистәрен тыя белергә, сабыр, тыныс булырға, киҫкен тауыштарҙан ҡурҡмаҫҡа, кешеләргә һәм хайуандарға ҡарата мәрхәмәтле булырға тейеш. Уҡыусыларҙа был мәрхәмәтле йән эйәләре ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙеләр. Кисә һуңында пластилиндан эт һындары әүәләнеләр һәм ҡағыҙҙа ошо эттәрҙең һүрәтен эшләнеләр. Ошо ярҙамсы эттәр тураһында ниндәй йәнһүрәт ҡарауҙары тураһында ла һөйләп үттеләр. Афарин кескәйҙәр!!!

0