Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Чернобыль фажиғәһе ҡабатланмаһын

26 апрель – Халыҡ-ара Чернобыль һәләкәтен иҫкә алыу көнө. Быйыл Чернобыль фажиғәһенә 36 йыл тулды.
Нисә йылдар үтһә лә, тарихта ҡалған ҡара таптар – ауыр һәм хәсрәтле көндәр һаман да иҫтә. Уҡыусыларға Чернобыль фажиғәһенең нәтижәләре тураһында мәғлүмәт биреү, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатында, 25 апрель көнө Байназар урта мәктәбендә китапханасы Аетбаева Роза Салимйән ҡыҙы мәктәп хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ошо көнгә арнап, радиация һәләкәттәре һәм фажиғәләре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ауылдаштар менән осрашыу кисәһе үткәрҙеләр. Сәғитов Рауил, Хафизов Хәләф, Сураҡов Рәмил ағайҙарҙы яҙмыштары үҙҙәренең төп эшендә ихласлап эшләп йөрөгән ерҙәренән ҡәһәрле урынға илтә. Осрашыуға килгән Хәләф Сәләхетдин улы һәм Рауил Әхмәтшәриф улы Чернобылдә булған хәлдәр тураһында һөйләп үттеләр. Шулай уҡ уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар ҙа алдылар. Осрашыу аҙағында уҡыусылар килгән ҡунаҡтар менән иҫтәлеккә фотоға төштөләр.

0