Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Атай менән китапханаға

10 ғинуар Әтек ауылы китапханаһында балаларҙы китап уҡыуға ылыҡтырыу, йәлеп итеү маҡсатында “Атай менән китапханаға” исемле сара үтте. Баланың рухи яҡтан камил, тормошта үҙ урынын табырлыҡ шәхес булып үҫеүендә атай тәрбиәһе айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Китапханаға Алғазин Айтуған улдары Арслан, Нурислам, Нургиз, Хәкимов Азамат улы Динир, Сәлихов Әлфир ҡыҙы Альбина, Солтанов Фларит ҡыҙы Гөлиә менән килделәр һәм китап уҡыу, китапхана менән ҡулланыу тәртибе менән таныштылар. Артабан “Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ” исемле уйын – дәрестә ҡоштарҙың файҙаһы, ҡышҡы һыуыҡтарҙа ярҙам итергә кәрәклеге тураһында һөйләшеп, йомаҡтар ҡойошоп, ребус, кросвордтар сисеп төрлө уйындарҙа ярыштылар. Сара аҙағында балалар атайҙар менән берлектә эшләгән тағараҡтарҙы шыршыларға элеп, ҡоштарға ашарға ем һалдылар.

Китапҡа һөйөү бала күңеленә ғаиләлә һалына. Китаптар ата-әсәләргә балаларын изге күңелле, аҡыллы һәм ышаныслы кешеләр итеп тәрбиәләргә ярҙам итә. Ғаилә менән китап уҡыу йолаларын ғаилә тәрбиәһе итеп алайыҡ!!!

+5