Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Студент саҡ мәңге иҫтә ҡаласаҡ

4 ғинуарь Исламбай ауыл китапханаһында студенттар менән “Студент саҡ мәңге иҫтә ҡаласаҡ” исемле осрашыу кисәһе үтте. Сараға республикабыҙҙың төрлө ҡалаларында белем алған студенттар һәм Исламбай мәктәбе уҡыусылары йыйылды. “XXI быуат – фән быуаты, иҡтисадтың һәр тармағында юғары инновация һәм технологиялар менән эшләй белеү быуаты. Ул кешелек алдына яңы бурыстар ҡуя, яңыса эш итеүҙе талап итә, шуға ла белем алмайынса, заманға яраҡлашыуы, хәҙерге хеҙмәт баҙарында эшкә урынлашыу бик ауырға тура киләсәк”,- тип белем алыуҙың мөһимлеге, кәрәклеге тураһында уҡыусыларға еткерҙе китапханасы Әхмәтйәнова Ф. һәм ҡунаҡтарға һүҙ бирҙе. Уҡыусылар менән студенттар араһында йәнле әңгәмә ҡоролдо. Студенттар үҙҙәре уҡыған уҡыу йорттары, күңелле студент тормошо тураһында һөйләнеләр, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙеләр. Ятаҡта йәшәү шарттары, спорт менән шөғөлләнеү, мәҙәни саралар, стипендия хаҡында мәғлүмәттәр алды йәш дуҫтарыбыҙ. Студенттар, барлыҡ көстө һәм иғтибарҙы уҡыуға йүнәлтергә, тырышып белем тауына үрләргә, дәрес ҡалдырмаҫҡа һәм шул ваҡытта уҡыуыла еңел бирелер, тип үҙҙәренең кәңәштәре, өгөт-нәсихәттәрен бирҙеләр.

Кисәнең икенсе өлөшөндә уҡыусылар һәм студенттар үҙ-ара отҡорлок, тапҡырлыҡ, зирәклек һәм, әлбиттә, башҡорт телен белеүҙе талап иткән “Әлләсе” интелектуаль уйынын уйнанылар.

+2