Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Эх, быймаһы ла, быймаһы

8 ғинуар Килдеғол ауылы китапханасыһы Искужина Н. мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә быйма байрамы үткәрҙе. Сараға йыйылған барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар, балалар ябай ғына быйманан зауыҡлы, күҙҙең яуын алырлыҡ итеп ҡышҡы аяҡ кейеме тегеп кейеп килгәндәр. Улар ҡул оҫтаһы ла, төрлө ярыштарҙа ал бирмәҫ ярышыусылар ҙа, ә сәхнәлә инде ысын артистар.

Байрамда ике команда ҡатнашты.Улар “Быймаларҙы матур итеп биҙәү”, уны яҡлау, быймаға ҡар һелтәү, быйманы алыҫлыҡҡа ташлау, быйма менән бейеү, быйма эсенән бүләк эҙләү кеүек конкурстарҙа, уйындарҙа бик ихлас ҡатнаштылар. Шулай уҡ һәр команда үҙҙәренең киләсәктә баҫып, һатыуға сығарасаҡ быймаларын да тәҡдим иттеләр. Байрам бик күңелле үтте, барыһы ла яҡшы кәйеф алып таралышты.

+3