Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

“Сиккәндәрем–бирнәгә” кис ултырыу йолаһы

Борон-борондан башҡорт ауылдарында кис ултырыу йолаһы булған. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә элек-электән беҙҙең аҡ инәйҙәребеҙ, өләсәйҙәребеҙ, әсәйҙәребеҙ йыйылышып, ҡул эштәрен ҡыҫтырып, кис ултырырға бер-береһенә йөрөгәндәр. Милли көйҙәребеҙҙе көйләп, йырлай-йырлай сигеү сиккәндәр, бәйләм бәйләгәндәр, йөн иләгәндәр. Ҡулдары, күҙҙәре талып китһә, уйындар ҙа уйнап алғандар, йомаҡ, мәҡәлдәр әйтешкәндәр.

Ошо халҡыбыҙҙың матур йолаһын дауам итеп, Исламбай ауылы китапханаһы, Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы менән бергә “Сиккәндәрем – бирнәгә” тип аталған кис ултырыу йолаһына йыйылдылар.
Кис ултырыуҙа ҡатнашыусылар һәр ҡайһыһы үҙҙәре менән ҡул эштәрен алып килделәр. Гүзәл заттарыбыҙ сара барышында йырлап-бейеп, бәйләү, сигеү, тегеү серҙәре менән уртаҡлаштылар. Утыҙ йылға яҡын кеше һаулығы һағында тороусы фельдшерыбыҙ Зәбирә Әхмәтйәнова Сәләмәтлек һәм әүҙем ғүмерлелек йылы уңайынан беҙгә үҙенең кәңәштәрен еткерҙе, сәләмәт тормош алып барырға саҡырҙы. Кисәлә ҡыҙҙарыбыҙ халҡыбыҙҙың милли уйыны “Йөҙөк һалыш” уйынын уйнап, “Наза” йырына бейеп, “Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә” һәм “Моңдар ҡайтһын ауылға” йырҙарын йырлап, саранан һәр кем ҡәнәғәт булып таралыштылар.

Ошондай кешеләр булғанда, халҡыбыҙҙың матур йолалары тарих төпкөлөнә төшөп юғалмаҫ, тигән ышаныста ҡалабыҙ!

0