Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Тел – халыҡ байлығы

14 декабрь район китапханаларында Башҡорт теле көнөнә һәм  ХlХ быуаттың бөйөк мәғрифәтсеһе, шағир, сәсән Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы төрлө саралар үтте.

Әбделмәмбәт ауылы китапханасыһы Шәмиғолова Г. мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә башҡорт теле көнөнә арналған “Йөрәк һүҙе” шиғыр бәйгеһе үткәрҙе. Райондың төрлө ауылынан килгән шиғыр һөйөүселәр үҙҙәренең йөрәк һүҙҙәрен тамашасыларға башҡорт шағирҙарының шиғырҙары аша еткерҙеләр. Сарала ҡатнашыусылар “Туған телем миңә – сәсән теле” исемле китап күргәҙмәһе менән таныша алдылар.

Иҫке Монасип ауыл китапханаһында балалар өсөн “Гүзәл туған телем!” исемле әҙәби сәғәт үтте. “Тел – халыҡ байлығы”, “Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы” исемле китап күргәҙмәләре ойошторолдо. Китапханасы Мырҙағолова А. балаларға үҙ туған телеңде тәү сиратта белергә, ҡәҙерләргә, онотмаҫҡа кәрәклеге тураһында, башҡорт шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың томош юлы һәм ижады тураһында һөйләне, һорауҙар бирҙе. Балалар һәр һорауға тиҙ һәм төплө яуап бирҙеләр, Аҡмулла тураһында күп белеүҙәре менән китапханасыны ҡыуандырҙылар.

Мифтахетдин Аҡмуллының 190 йыллығы һәм башҡорт теле көнө уңайынан Ҡотан ауылы китапханаһында “Алтын тирмә” уйыны үтте. “Аҡмулла вариҫтары” һәм “Ағинәйҙәр” командалары зирәклектә, отҡорлоҡта, тапҡырлыҡта үҙ-ара көс һынаштылар. Уйын барышында ветеран уҡытыусы, тарихсы Мөхәмәтйәрова Урия Рәүеф ҡыҙы шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла һәм шулай уҡ башҡорт телен данлаусы шағирҙарыбыҙ тураһында, беҙҙе уратып алған ер-һыу атамаларының килеп сығышы тураһында ентекләп һөйләне.

Байназар ауылы моделлы китапханаһында мәктәп интернатында тәрбиәләнеүселәр өсөн, Башҡорт теле көнө уңайынан ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле “Ә Ю Я ҡаласығына сәйәхәт” исемле сара үтте.

Ғәлиәкбәр ауыл китапханаһында башҡорт теле көнөнә арналған тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле, рух һәм телһөйәрлекте үҫтереүсе “Әлләсе” уйынында “Шаяндар” һәм “Етеҙҙәр” командалары ҡатнаштылар. Улар туған телдә яҡшы аралашыу ғына түгел, туған әҙәбиәтебеҙ, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ буйынса тәрән белемле ҡатнашыусылар икәнлеген дә күрһәттеләр. Башҡорт телен белеү, отҡорлок, тапҡырлыҡ, зирәклек талап иткән был уйын барыһыныңда күңеленә хуш килде.

+5