Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

«Күңел йылыһы» мәрхәмәтлелек акцияһы

3 декабрь Исламбай ауыл китапханаһы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Күңел йылыһы” исемле мәрхәмәтлелек акцияһы үткәрҙе. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың өйҙәренә барып, пазлы төҙөтөп, китаптар уҡып, йомаҡтар ҡойоп, мейе эшмәкәрлеген, аҡыл ҡеүәһен арттырыу, етеҙлек, ихтибарлылыҡ сифаттарын үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе өҫтәл уйындары уйнатып, бүләк-күстәнәстәр таратып сыҡтылар. Ойоштороусылар менән аралашыуҙан кинәнес табып ҡыуанышып оҙатып ҡалдылар балалар.

Шулай уҡ ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, яҙмыш һынауҙарын бирешмәй, һәр атҡан таңға ҡыуанып бынамын иттереп донъя көтөп ятыусы Аратова Фәриҙә апайҙың да хәлен белергә онотманыар.

Һәр саҡ рух күтәренкелеге ташламаһын һеҙҙе! Һеҙгә бәхет, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы һәм иң мөһиме һаулыҡ насип булһын!

+3