Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Исемең – билдәһеҙ, батырлығың – үлемһеҙ

3 декабрь Яңы Усман моделле ауыл китапханаһында Билдәһеҙ һалдат көнөнә арнап  2 – 4 синыф уҡыусылары өсөн “Исемең – билдәһеҙ, батырлығың – үлемһеҙ” исемле батырлыҡ сәғәте үтте. Был көндө төрлө һуғыштарҙа хәбәрһеҙ юғалған ҡаһармандарҙы иҫкә алалар. Китапханасы Мәжитова Э. уҡыусыларҙы иҫтәлекле көндөң килеп сығыу тарихы менән таныштырҙы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ауылдаштары тураһында һөйләп үтте. Яңы Усман ауылынан 37 кеше һуғышҡа алына, бик әҙ генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, ә 9 ауылдашы хәбәрһеҙ юғала. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда яу яланында ятып ҡалыусы яугирҙар бихисап булған. Халҡыбыҙ уларҙың батырлығын һис тә онотмай. Ватанды һаҡлауҙа һәләк булғандар иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн бик күп урындарҙа һәйкәлдәр ҡуйылған.

Сара аҙағында уҡыусылар мәңгелек ут һүрәтен төшөрҙө.

+8