Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Тәмәке тартыу – ҡурҡыныс ғәҙәт

18 ноябрь – Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө. Был көн ноябрҙең өсөнсө кесаҙнаһында билдәләнә. Маҡсаты – доньяла тәмәке тартыуҙы кәметеү, табиптарҙың һәм халыҡтың был насар ғәҙәткә ҡаршы көрәшеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм үҫеп килгән быуынға тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында төрлө мәғлүмәт саралары аша хәбәр итеү.

Ғәлиәкбәр ауылы китапханаһында доньяла тәмәке тартыуҙы кәметеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау һәм үҫеп килгән быуынға тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында төрлө мәғлүмәт аша хәбәр итеү маҡсатында өлкән синыф уҡыусылары менән “Ҡотолор әмәл бармы?” исемле уйын кисә ойошторолдо.

“Тәмәке тартыу – һаулыҡҡа зыян килтереү ул” тигән һаулыҡ сәғәтен 9-10 синыф уҡыусылары өсөн Әбделмәмбәт ауылы китапханасыһы Шәмиғолова Г. мәктәп менән берлектә үткәрҙе. Тәрбиәсе Ҡасимова Г.Х. тәмәкенең килеп сығыу тарихын һөйләне, мәктәп фельдшеры Боҫҡонова Г. һәм йәштәр менән эшләүсе белгес Усманова Г. тәмәкенең зыяны тураһында әңгәмә үткәрҙеләр. Уҡыусылар китапханасы әҙерләгән викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Сара аҙағында йәштәргә буклеттар таратылды.

Район үҙәк китапханаһында китап уҡыусылар “Брось курить – вздохни свободно” исемле китап күргәҙмәһе менән таныша алдылар.

Уҡыусыларға үҙеңдең сәләмәтлегең өсөн яуаплылыҡ һәм насар ғәҙәттәрҙән азатлыҡ бәхетле булыуҙың сере икәнен аңлатыу, тәмәке тартыуҙың организм өсөн зыяны тураһында уйланырға мәжбүр итеү маҡсатында Килдеғол ауылы китапханаһында өлкән класс уҡыусылары менән “Тәмәке тартыу – ҡурҡыныс ғәҙәт” исемле әңгәмә үткәрелде.

Тимер ауылы китапханаһында Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө айҡанлы “Тәмәкеһеҙ тормош “исемле сара үтте. Ҡатнашыусыларға тәмәкенең килеп сығыу тарихы һәм уның һаулыҡҡа зыяны, илдә тәмәкенән бик күптәрҙең яфаланыуы тураһында һөйләнелде.

+5