112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө билдәләнде
13 ноябрҙә тарихта беренсе тапҡыр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө билдәләнде. Был ҡарар быйыл февралдә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тарафынан ҡабул ителде.
112-се Башҡорт атлы дивизияһы хәтерен мәңгеләштереү датаһы осраҡлы һайланмаған. 1941 йылдың 13 ноябрендә СССР-ҙың Дәүләт оборона комитеты милли ғәскәрҙәр берләшмәләрен ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Шуның нигеҙендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла булдырылған.
Ошо уңайҙан Ғәлиәкбәр ауыл китапханаһында “Ат уйнатып, алдан бара Шайморатов генерал” исемле хәтер сәғәте үтте. Китапханасы “Батыр үҙе үлһә лә, даны үлмәй”, “Шайморатов генерал – Рәсәй Геройы” презентацияларын һәм китап – журналдарҙы ҡулланып легендар 112 – се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы һәм уның ҡаһарман командиры М. Шайморатовтың данлы яу юлын һөйләне. Бергәләп бөтәһенә лә лә таныш “Шайморатов генерал” йырын йырланылар. Һуғыш йылдарында ир-егетте атһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Юҡҡа ғына “Ир ҡанаты – ат була” тип әйтмәйҙәрҙер бит. Сара аҙағында балалар ат һүрәте эшләнеләр.