Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Хазиналар утрауы

14 октябрь көнө, Яңы Мөсәт китапханаһы һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “Хазиналар утрауы” исемле квест уйын үткәрҙе. Уйын барышында балалар өсөн “алтын – көмөш менән тулы” һандыҡтың асҡысын табыу, артабан юлды дауам итер өсөн башватҡыстарҙы сисеү, төрлө мауыҡтырғыс уйындар аша үтеп “хазиналар утрауына” барып етеү һәм төп приз – һандыҡтарҙы табыу ине. “Пираттар” роленә ихлас инеп киткән уйынсылар һынауҙарҙы, ҡаршылыҡтарҙы үтеп, алдарына ҡуйылған маҡсатҡа ирешә алдылар. Балалар уйындан йәм табып, ҡәнәғәт булып, ҡыуанышып таралыштылар.

+1