Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Башҡортостаным – илем

8 октябрь көнө Аҫҡар ауыл китапханаһында балалар өсөн Республика көнөнә арналған аҙналык сиктәрендә “Башҡортостаным – илем” исемле йондоҙло сәғәт уйыны үткәрелде. Был сара уҡыусыларға Башкортостан тәбиғәтенең гүзәллеген, байлыҡтарын, данлыҡлы шәхестәрен, батырҙарын күрһәтеп тыуған еребеҙгә һөйөү, ғорурлыҡ уятыу, фекерләү кимәлен үҫтереү маҡсатында ойошторолдо. Балалар Башҡортостандың тәбиғәтенә, арҙаҡлы шәхестәренә, райондар һәм ҡалаларына бәйле төрлө һорауҙарға яуап табып, III турҙа үҙҙәренең белемдәрен һынанылар. Уларҙың һәр дөрөҫ яуабы йондоҙсоҡтар менән баһаланды һәм иң күп йондоҙ йыйыусы команда еңеүсе тип билдәләнде. Сара аҙағында “Көҙгө мөғжизә”исемле һүрәттәр конкурсында ҡатнашҡан уҡыусыларҙы бүләкләп кителде.

+1