Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Тыуған яғыңды бел һәм ярат!

Иҫке Монасип ауыл китапханаһында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған “Тыуған яғыңды бел һәм ярат!” исемле аҙналыҡ сиктәрендә, көн һайын саралар үтеп тора. Мәҫәлән, 4 октябрь “Сәскә ат, Башҡортостан!” исемле тематик кисә үтте. Китапханасы Мырҙағолова А. балаларға Башҡортостан тарихы, шәхестәре, тәбиғәте тураһында мәғлүмәт бирҙе. “Тыуған илем – ғорурлығым минең” исемле китап күргәҙмәһендәге китаптарға ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Балалар иғтибар менән тыңланылар, һорауҙарға яуаптар бирҙеләр.

5 октябрь китапханала төрлө йәштәге балалар өсөн “Тыуған илем – Башҡортостан” исемле әҙәби кисә үтте. Тыуған илебеҙ тураһында әңгәмәнән һуң балалар “Тыуған яғыңды беләһеңме?” исемле викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Сараның икенсе өлөшөндә балалар төрлө хәрәкәтле уйындар уйнанылар.

“Тыуған илеңде ярат” исемле илһөйәрлек сәғәте 6 октябрь төрлө йәштәге балалар өсөн үтте. Китапханасы тематик китап күргәҙмәһендәге китаптарға ҡыҫҡаса байҡау яһаны, балаларға төрлө һорауҙар бирҙе. Балалар яуаптар биреп ихлас әңгәмәләштеләр, сараның икенсе өлөшөндә саф һауала спорт уйындары уйнанылар.

7 октябрь ауыл китапханаһы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре Л.Маликова менән берлектә китапхана янында төрлө йәштәге балалар өсөн Республика көнөнә арналған аҙналыҡ сиктәрендә “Тыуған илем – алтын бишегем” исемле мәғлүмәт сәғәте үткәрҙе. Л. Маликова Башҡортостан тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе, китапханасы А.Мырҙағолова балаларҙы Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов тураһындағы яңы китап менән таныштырҙы, “Атлас Республики Башкортостан” китабына ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Йәнле әңгәмәнән һуң балалар төрлө спорт уйындары уйнанылар.

+1