Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Милли кейемдә – халҡыбыҙ мираҫы

10 сентябрь республика ла Милли кейем көнө. Ошо уңайҙан Исламбай ауыл китапханаһында башланғыс класс уҡыусылары өсөн «Милли кейемдә – халҡыбыҙ мираҫы» исемле сара үткәрелде.

“Бөгөн Башҡортостанда иң матур, сағыу байрамдарҙың береһе – Милли кейем көнө билдәләнә. Байрамдың маҡсаты – Башҡортостан халыҡтарының милли мәҙәнәитен һаҡлау һәм үҫтереү. Милли кейем – ул өҫ кейеме генә түгел, ә халыҡтың мәҙәниәте, тарихы, йолалары сағылышы. Ул рухи-мәҙәни мираҫты һаҡларға ярҙам итә, шуның өсөн дә был көндө республиканың бар район-ҡалаларында, ауылдарында билдәләйҙәр. Беҙҙә бөгөн ошо уңайҙан һеҙҙе милли кейемдәр менән таныштырырға тип, оҙаҡ йылдар мәҙәниәт өлкәһендә эшләүсе Маһир Бәшир ҡыҙын һәм Вәлимә Якуп ҡыҙын ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ”,- тип китапханасы һүҙҙе уларға бирҙе. Маһира Бәшир ҡыҙы балаларҙы башҡорт ҡатын -ҡыҙҙарының милли кейем төрҙәре менән таныштырһа, Вәлимә Яҡуп ҡыҙы ир-егеттәрҙең кейемдәре менән таныштырып үтте. Сара аҙағында китапханасы уҡыусыларҙы төрлө милләт халҡының милли кейемдәре, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы. Уҡыусылырға мәҙәни сара бик оҡшаны. Балаларҙа милли рух күтәреү, халҡыбыҙҙың милли кейеменә, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләү өсөн бик яҡшы сара булды.

Милли кейем – милли сифат билдәһе генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, рухи ҡеүәһен күрһәткән дәлил дә. Эске булмышыбыҙҙың сағылышы булған оло хазинаны юғалтмайыҡ, ҡәҙерләп һаҡлайыҡ, киләһе быуындарға түкмәй-сәсмәй тапшырайыҡ!

+1