Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Милли кейем –халыҡтарҙың эске булмышының сағылышы

10 сентябрь Әтек ауылында Милли кейем көнө айҡанлы «Милли кейем –халыҡтарҙың эске булмышының сағылышы» исемле фольклор сәғәте үтте. Китапханасы А.Баймөхәмәтова төрлө милләт халҡының традициялары, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, милли кейемдәре менән таныштырҙы. “Йәнгүзәл” фольклор клубы ағзаларының ҡул эштәренең күргәҙмәһе сараны тағы ла йәмләп ебәрҙе. Һәр кем эшләнгән ҡорама, сергетышы менән таныштырып һөйләне. Милли кейем көнө уңайынан ойошторолған сараларыбыҙ аша, Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренә, уларҙың кейемдәренә, биҙәктәренә ихтирамлы ҡараш тәрбиәләп, төрлө милләттең мәҙәниәтенә, уларҙың йолаларына, ауыҙ-тел ижадына һөйөү һәм тыуған ил менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләнде.

+3