Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Кейемдәрҙә тарих һөйләй

Милли кейем көнө 2020 йылдан башлап республика Башлығы Радий Хәбиров Указы буйынса үткәрелә. Республикабыҙҙа Милли кейем көнө йылына ике тапҡыр үткәрелә. Был байрам 16 апрелдә һәм 10 сентябрҙә ойошторола.

10 сентябрь Килдеғол ауыл китапханаһында Милли кейем көнөнә арналған “Кейемдәрҙә тарих һөйләй” исемле фольклор сәғәте үткәрелде. Сараға “Умырзая” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Резеда Ғәлимйән ҡыҙы, ансамблдең әүҙем ағҙаһы Шәһиҙә Яңыбай ҡыҙы саҡырылды. Уҡыусыларға башҡорттарҙың милли кейемдәре, уны тегеү һәм кейем биҙәү, башҡорт кейеменең үҙенсәлектәре, кейем тегеү өсөн нәмәне үҙе аҫраған һәм эшкәрткән малдан, үҫемлектән генә алыуы, кейем тегеү өсөн кейеҙ, күн, тире, киндер һәм кесерткән эшкәртелеп әҙерләнгән ептәр файҙаланыуы тураһында мәғлүмәт еткерелде. Артабан Резеда Ғәлимйән ҡыҙы башҡорт милли күлдәктәренең төрҙәре, башҡорт милли элементтары: ҡашмау, селтәр, сулпылар, һарауыс, таҫтар менән таныштырып үтте. Сара аҙағында Сәреүәр Ғәләүетдиновтың “Семәрле беләҙек” китабынан башҡорт халҡының милли кейемдәренә арналған йомаҡтарҙы ҡойҙолар.

+1