Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Оло Теләк фажиғәһе: ҡайғы уртаҡлашыу һәм хәтер китабы

4 июнь Рәсәйҙә һәм СССР-ҙа иң оло тимер юл һәләкәтенә 32 йыл.
1989 йылдың 4 июнендә Транс Себер магистраленең 1710-сы саҡрымында ике пассажир поезы осрашҡан ваҡытта шартлау була һәм ҙур янғын башлана. Ошо фажиғәлә һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә арнап, район китапханаларында Башкортостан Республикаһы Башлығының ҡушыуы буйынса донъя күргән “Оло Теләк фажиғәһе: ҡайғы уртаҡлашыу һәм хәтер китабы” ның презентациялары уҙғарылды.

Мәҫәлән, район үҙәк китапханаһында “Оло Теләк фажиғәһе: ҡайғы уртаҡлашыу һәм хәтер китабы”ның презентацияһында Иҫке Собханғол мәктәбенең X синыфы уҡыусылары ҡатнашты. Китапханасы С. Ишдәүләтова Рәсәйҙә һәм СССР-ҙа булған иң оло тимер юл һәләкәте тураһында һөйләне. Сарала ҡатнашыусылар китап тураһында видеопрезентация ҡараны һәм фажиғәлә һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.

Аҫҡар ауыл китапханаһында ошо фәжиғәлә һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә арнап сығарылған Хәтер китабы менән таныштырыу өсөн “Оло Теләк фажиғәһе мәңге ҡабатланмаһын!” исемле әңгәмә үткәрелде. Сарала ҡатнашыусылар тимер юл һәләкәтендә рәсми мәғлүмәттәр буйынса 575 кеше һәләк булыуын, 623 кеше инвалид булып ҡалыуын, 181 баланың ғүмере өҙөлөүен хәтерләп тағы бер тетрәнделәр.

Исламбай ауыл китапханаһында ла  Хәтер китабының презентацияһы уҙғарылды. Китапханасы Әхмәтйәнова Ф. Иглин районында һәләкәт урынында һәйкәл ҡуйылыуын әйтеп үтте. Ул ике поезды күрһәткән ирегән рельстар һәм ҡайғынан башын эйгән ике ҡатын-ҡыҙ һыны рәүешендә эшләнгән, поездарҙың маршрут таҡталары нығытылған. Таш плитаға ҡорбандарҙың исем-шәрифтәре уйып яҙылған. “1710-сы саҡрым” исемле туҡталыш урыны ла булдырылған. Локомотивтар уның эргәһенән сигнал биреп үтә. Йыл да ошо көндө һәйкәл яныныда матәм митингыһы уҙғарыла. Яҡындарын юғалтыусылар Оло-Теләккә йыл һайын тейерлек килә. Ваҡыт уҙһа ла, был фажиғәнең шауҡымы йөрәктәрҙе әрнетә.

0